Муниципальное казенное учреждение
Управление образования
муниципального района Ишимбайский район
Республики Башкортостан

Новости

Просмотров: 397 | Добавил: ISHUNO | Дата: 08.03.2023

2023 йылдың 6 мартында Ишембай районы һәм ҡалаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының “Йылдар эҙенән” исемле дүрт быуын осрашыу кисәһе булып үтте. Осрашыуға йыйылған 50-гә яҡын уҡтыусы Рәсәй президенты иғлан иткән “Педагог һәм Остаз йылы” уңайынан уҙғарылған оло байрамдың хужалары ла, ҡунаҡтары ла булдылар. Сараны ҙурлап килгән ҡунаҡтар -  “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире С.Ғ.Кәримов, Ишембай мәғариф бүлеге начальнигы Исмәғилев И.И. элекке методистар һәм педагогия ветерандары ине. Йылы осрашыу минуттарын көтөп алған оло быуын ветерандары осрашыуҙы йәмләне. Ғүмерҙәрен балалар уҡытыуға, туған телебеҙҙе үҫтереүгә, һаҡлауға көс һалған, иңдәрендә 40, хатта 45 -48 йыл эш стажы, бай хеҙмәт тәжрибәһе туплаған уҡытыусылар йәш коллегаларына йылы һүҙҙәрен, матур теләктәрен, ә иң мөһиме үҙ наказдарын еткерҙеләр. Йәш коллегаларҙың балалар тәрбиәләүҙә берҙәм эштәрен, тырышлыҡтарын һәм педагогик эшкә яуаплы ҡарауҙарын теләнеләр.  Йылы һүҙҙәр менән бергә йыр ҙа ағылды,  бейеүгә лә урын булды, шиғырҙар ҙа яңғыраны. Экранда төрлө йылдарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытҡан уҡытыусылар тураһында презентация йәмле лә, һағынышлы ла был сараны биҙәне.  Тәмле сәй өҫтәле артында осрашыу шатлыҡтары кисереп ултырған ветерандар байрамдан бик ҡәнәғәт ҡалдылар.  

  6 марта 2023 года в муниципальном районе Ишимбайский район состоялась встреча четырех поколений учителей башкирского языка и литературы. Дорогими гостями встречи были главный редактор журнала “Учитель Башкортостана” С.Г.Каримов, начальник Управления образования МР Ишимбайский район Исмагилов И.И. методисты –ветераны, учителя разных лет.В адрес ветеранов учителей, которые стали легендой 70-90 и 2000 годов, чей педагогический стаж составляет от  40 и выше, были высказаны самые теплые слова признания их труда и самоотверженности, были посвящены песни, танцы и стихи от лица молодых учителей. Ветераны выразили свои  пожелания и наказ молодым коллегам – учителям, чтобы и впредь учителя башкирского языка и литературы проявляли единство во всех делах в защиту башкирского языка, показывали детям красоту и богатство родной речи. На экране презентация рассказывала об этих учителях и об истории развития преподавания башкирского языка в нашем районе. Мероприятие всем пришлось по душе, которое завершилось чаепитием  и фотографированием.

  

   

  

 

Просмотров: 371 | Добавил: ISHUNO | Дата: 07.03.2023