Маҡарҙа ҙур байрам.Ишембай еренең күренекле шәхесе – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғоман Мусиндың яҡты исеме үҙе ҡасандыр белем алған Маҡар ауылы мәктәбендә ололап иҫкә алынды. Бында сираттағы III Мусин уҡыуҙары үтте. 150 йылдан ашыу тарихы булған уҡыу йортоноң уҡыусылар һәм уҡытыусылар коллективы ҙур ҡунаҡтар ҡаршыланы. Муниципаль райондың бөтә мәктәптәренән дә яҙыусының ижадына, уның яҡты исеменә тоғро балалар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары йыйылды. Байрамды ҙурлап, тәүге ҡарлы бурандарға ҡарамай, килеп еткән Өфө ҡунаҡтары - “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы редакторы, Н.Мусиндың ҡәләмдәше, яҡташыбыҙ Салауат Ғайса улы Кәримов, 48-се Н.Мусин исемендәге башҡорт гимназияһы вәкиле Ғәлиева Аделина Айҙар ҡыҙы, Ишембай башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Солтанморатов Салауат Ғәфүр улы, Башҡортостан Республикаһының, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С.Юлаев ордены, Рәсәй ҡатын – ҡыҙҙары союзының “Мәҙәниәт илсеһе” иҫтәлекле билдәһе кавалеры, Ишембай ҡалаһы һәм районының Почетлы гражданины, мәктәптәше Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы Солтанова, яҙыусының яҡын туғандары, яҡташтары оло яҙыусының исемен тергеҙеп, уның ижадын халыҡҡа еткереүсе балалар менән осраштылар. Ғәжәйеп йылы, күңелдәрҙе иретерлек байрам программаһы йөҙәрләгән кешене берҙәй яҡты хәтирәләр менән солғап алды. Килгән ҡунаҡтарҙың, ҡәләмдәш шағирә Ғәлиә Кәлимуллинаның, яҙыусының туғандары иҫтәлектәре уҡыусыларҙы тулҡындандырҙы, уларҙа бәйге сәме уятты. Улар дүрт төрлө номинацияла көс һынашып, үҙҙәренең яҙыусы ижадын ихтирам итеүен, уны яҡшы белеүен, әҫәрҙәрен бирелеп уҡыуын күрһәтте. Ятланған өҙөктәр, сәхнәләштереүҙәр аша балалар яҡташ яҙыусы исеменә тоғро, башҡорт теленә, әҙәбиәтенә тәрән бирелгәнлеген күрһәтте, айырыуса, рус телендә белем алған ҡала балалары сығыштары шатландырҙы.”Торатау ” гәзите ойошторған викторина ла яҙыусының тормошон, ижадын белеүсе байтаҡ кешеләрҙе үҙенә ылыҡтырҙы, уның һөҙөмтәһе буйынса ла матур эштәр билдәләнде: викторина еңеүселәре - Ә.Вәлиди исендәге 2-се Башҡорт гимназия уҡытыусылары Әмирханова Ф.Т. һәм Фәйзуллина Ғ.М. Үҙенсәлекле яуаптар менән һөйөндөргән Әхмәр мәктәбе уҡытыусыһы У.М.Таһиров та бәйге призына лайыҡ булды. Барлыҡ бәйге спонсорҙары – Ишембай мәғариф бүлеге, Ишембай башҡорттары ҡоролтайы, яҙыусының туғандары –яҡындары бүләктәре менән балаларҙы һөйөндөрҙө, ә яуланған Маҡтау ҡағыҙҙары оло ваҡиға тураһында һөйләп торасаҡ. Уҡыусыларҙың сығыштарында ҡала –райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының фиҙакәр хеҙмәте сағылыш тапты. Айырыуса, Ҡолғона, Маҡар, Әхмәр, Васильевка, Башҡорт гимназияһы, Башҡорт кадет корпусы, ҡаланың 3-сө, 5-се, 11-се, 14-се мәктәптәре, спецучилище уҡыусылары оҫталыҡ һәм маһирлыҡ күрһәтте. Ошо уңайҙан уларҙы әҙерләүсе барлыҡ педагогтарға ҙур рәхмәт белдерге килә. Бәйге, ғөмүмән, дөйөм сара йылы мөнәсәбәттәр, ихлас күңелдән ҡунаҡ итеү, барса килгәндәрҙе ҙурлау менән һуғарылғайны, әйтерһең, яҙыусы беҙҙең менән бергә йөрөнө, бергә һөйөндө, ошо ерҙә тыуған яңы йырҙар ҡолаҡты иркәләне. Яҙыусының яҡын һеңлеләре сараны үҙендә әҙерләгән Маҡар урта мәктәбе коллективына, уның директоры Гөлнара Рим ҡыҙы Хисмәтуллинаға, ойоштороусыларға, килгән ҡунаҡтарға үҙҙәренең рәхмәтен белдерҙе, ошо уңайҙан ятланған өҙөк аша Лилиә Шәйехрахман ҡыҙы балаларҙы тыуған ерҙе Ноғман ағай кеүек яратырға, туған телде ҡәҙерләргә саҡырҙы, бәйге еңеүсеһе Яҙгөл Хәйруллинаның сығышы онотолмаҫлыҡ тәҫҫораттар ҡалдырҙы. Киләһе Мусин уҡыуҙары үҙенең статусын киңәйтеп, Республика кимәленә сыға. Тантаналы рәүештә был эш башҡалабыҙҙың Номан Мусин исемен яулаған 48-се башҡорт гимназияһына тапшырылды. III Мусин уҡыуҙары бына шулай йылы хәтирәләр ҡалдырып тамамланды.