Муниципальное казенное учреждение
Управление образования
муниципального района Ишимбайский район
Республики Башкортостан

Новости - 35- се юбилейлы Олимпиадала - 35 уҡыусы... - 28 Января 2021

Главная » 2021 » Январь » 28 »

21- 23 ғинуарға тиклем Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса 35 –се тапҡыр төбәк-ара олимпиада уҙғарылды. Ишембай районы һәм ҡалаһынан 35 уҡыусы Олимпиадала көс һынашты.

Олимпиада 3 турҙан торҙо. 1-се турҙа уҡыусылар викторина һорауҙарына яуап бирһә, 2 – се турҙа аудиотекст тыңлап, бирелгән эштәрҙе башҡарҙы, 3 – сө турҙа иһә ZOOM аша диалог һәм түңәрәк өҫтәлдә фекер алыштылар.
Өс көн дауамында барған сәмле ижади ярышта уҡыусыларыбыҙ һынатманы. Улар олимпиада барышында үҙҙәренең белемдәрен, һәләттәрен лайыҡлы иҫбатлай алдылар.

14 уҡыусы: 1-се гимназияның 8-се класс уҡыусыһы Ғ.А., 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Ғ.И., 14-се урата дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы А.Р., 16-сы урата дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Я.Э., 11-се урата дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы М.И., 12-се лицейҙың 9 класс уҡыусыһы Ф.Э., 2- се башҡорт гимназия – интернаты уҡыусылары И.А., М.Г., А.А., Р.Ф., Ш.Л., Башҡорт кадет корпусы уҡыусылары З.С., И.Д., Н.А. конкурс шарттарын уңышлы үтте һәм призёр исеменә лайыҡ булды!  Ә ике уҡыусы, Петровск урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 10- сы класс уҡыусыһы Э.И. һәм башҡорт кадет корпусы уҡыусыһы В.Э. “Аманат” журналының, ә 14-се урта дөйөм белем мәктәбенең 11 – се класс уҡыусыһы Т.А. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының махсус бүләктәренә лайыҡ булдылар. Ихлас күңелдән еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм тағы ла яңынан - яңы үрҙәр теләйбеҙ!

 

Просмотров: 378 | Добавил: ISHUNO | Рейтинг: 0.0/0