Муниципальное казенное учреждение
Управление образования
муниципального района Ишимбайский район
Республики Башкортостан

Новости - “Шәжәрә байрамы” үтте. - 28 Апреля 2015

Главная » 2015 » Апрель » 28 »

“Шәжәрә байрамы”  үткәреү  ҡалабыҙҙың 11- се мәктәбендә  күптән инде изге традицияға әйләнгән. Йыл һайын апрель аҙағында улар был байрамды һәр яҡтан да төплө ойоштороп үткәрәләр. Быйыл да мәктәп уҡытыусылары  уҡыусылар менән берлектә ҙур эш атҡарғандар. “Минең ғаиләм” һүрәттәр төшөрөү , “Геральдик” ғаилә гербын эшләү, “Үҙ шәжәрәмде төҙөйөм” бәйгеләре, “Минең тыуған илем” викторинаһы, “Бәхетле ғаилә һәм бәхетле ил” класс гәзиттәрен сығарыу конкурстары уҡыусылар араһында тәрән ҡыҙыҡһыныу уятты.  Һәр класс әүҙем ҡатнашты сарала.

Һуңынан, уҡыусыларҙың эштәрен баһалап кисәнең тантаналы өлөшө уҙҙы. Унда мәктәп директоры Н.В.Михеева шәжәрәләрен ентекле өйрәнгән, туған тамырҙары менән ғорурланған, эҙләнеү эштәре менән сығыш яһаған уҡыусыларға  Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.

“Шәжәрә байрамы”ның барышында саҡырып килтерелгән ҡунаҡтар: ҡурайсы Кинйә Арыҫланов менән “Отрада” рус халыҡ ансамблы уҡыусыларға байрам кәйефе бүләк итте.

“ Балалар был байрамды көтөп алалар. Улар төрлө бәйгелә ҡатнашыу менән генә сикләнмәй, ә башҡорт халҡының милли уйындары менән дә таныша.Шулай берҙәм класс сәғәттәре лә ойошторола”-тип һөйләне 11- се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ф.М.Тимерғалина сараға йомғаҡ яһап.

  

Просмотров: 1027 | Добавил: ISHUNO | Рейтинг: 0.0/0