Муниципальное казенное учреждение
Управление образования
муниципального района Ишимбайский район
Республики Башкортостан

Новости - Әҙәбиәт йылына, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған “Яҡташ яҙыусылар ижады” фәнни-ғәмәли конференцияһы - 21 Апреля 2015

Главная » 2015 » Апрель » 21 »

16 апрель 2015й., -  Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт филологияһы факультетының башҡорт әҙәбиәте кафедраһы (факультет деканы – ф.ф.д., профессор Сәләхова З.И., кафедра мөдире – ф.ф.к., доцент Фәтҡуллина Р.Х.), Ишембай районы муниципаль районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге һәм Ишембай районы Маҡар урта мәктәбе коллективы (директоры – Хисмәтуллина Г.Р.) тарафынан ойошторолған «Яҡташ яҙыусылар  ижады» фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғарылды.

 

     Конференцияла барлығы райондың төрлө мәктәптәренән 90-дан артыҡ уҡыусы ҡатнашты.

Жюри – «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының директор-баш мөхәррире Салауат Ғайса улы Кәримов, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалынының башҡорт филологияһы факультеты уҡытыусылары – филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина, филология фәндәре кандидаты, доцент Айнур Фәнис улы Үтәев, өлкән уҡытыусы Илнур Тимерхан улы Дилмөхәмәтов, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты доценты, филология фәндәре кандидаты Рәмзиә Дәүләтҡол ҡыҙы Мостафина, шағирә, Башҡортостандың  атҡаҙанған  уҡытыусыһы  Ғәлиә  Миҙхәт  ҡыҙы  Фәйзуллина  баһаланы. Уҡыусылар секцияларҙа үҙҙәренең фәнни фекерҙәре менән уртаҡлашҡан ваҡытта, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы – филология фәндәре кандидаты, доцент Луиза Риф ҡыҙы Кирәева уҡытыусылар өсөн «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә интернет-ресурстарҙың роле» темаһына семинар ойошторҙо.

       

Пленар ултырышта уҡыусылар һәм уларҙың фәнни етәкселәре –рәхмәт хаттары һәм маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Балалар сәнғәт мәктәбенең Маҡар филиалы балалар хоры, «Селтербей» өлгөлө балалар вокаль ансамбленең (етәксеһе – Ишембай районының почетлы гражданины, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан  Республикаһы  атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,  “БР-ҙағы  фиҙаҡәр  хеҙмәте” миҙалы һәм  Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Солтанова) сығышы 

 

Просмотров: 1032 | Добавил: ISHUNO | Рейтинг: 0.0/0