Муниципальное казенное учреждение
Управление образования
муниципального района Ишимбайский район
Республики Башкортостан

Новости - Балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайында - 11 Февраля 2020

Главная » 2020 » Февраль » 11 »

04 февралдә Ишембай ҡалаһының «Балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайында» “Башҡортостан ынйылары” конкурс-фестиваленең муниципаль этабы үтте. Уҡыусыларҙың башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, уйындарын белеүгә, өйрәнеүгә һәм таратыу маҡсатында уҙғарылған был конкурс-фестиваль быйылғы уҡыу йылында "Рухи байлыҡ һинең исемең" темаһына уҙғарылды. Район һәм ҡала мәктәптәренән 11 команда сығыш яһаны. Һәр сығыш үҙенсәлекле булды. Уҡыусылар ғилми-тикшеренеү эштәре башҡарған, башҡорт халҡының этнографияһын, фольклорын өйрәнеп музыкаль яҡтан биҙәгән.
Еңеүсе тип, 2-се Башҡорт интернат гимназияһының "Серле йомғаҡ"фольклор коллевтивы билдәләнде.
Шулай уҡ, Маҡар мәктәбенең "Батырҙар ейәндәре" һәм Әхмәр үҫмерҙәр һарайы фольклор "Ынйылар" коллективтары, 2-се мәктәптең "Мәктәп ынйылары" уҡыусылары айырыуса йөкмәткеле сығыштары менән хайран ҡалдырҙы. Ғөмүмән, конкурс-фестивалгә килгән һәр коллектив үҙенә генә хас темаға йөрәктәргә үтеп инерлек сәхнәләштереү алып килгән. Түбәнге Әрмет мәктәбенән "Ибраһим Ғиззәтуллин", 3-сө мәктәптән "Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде", 12-се лицейҙан "Башҡорт Корчагины", 16-сы мәктәптең "Вәлидовсы" һәм Ишембай ябыҡ типтағы махсус уҡытыу-тәрбиә учреждениеһы “Малина” кеүек фольклор коллективтары бөйөк шәхестәребеҙ образын аса алыусы, боронғо йолаларҙы тергеҙеп сәхнәләштереүсе, үҙ төбәктәренә генә хас уйындар, бейеүҙәр башҡарыусы балаларҙың маҡтап, һоҡланып бөткөһөҙ сығыштары ныҡ ҡыуандырҙы.
Тәүге йылдарҙағы сығыштарҙа фонограмма файҙаланыу осраҡтары булһа, хәҙер балаларҙың гармунда, мандолинала, думбырала, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнауҙары бигерәк тә, ҡыуаныслы.
"Башҡортостан ынйылары" проекты иҫ китмәле тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Ишембай районының муниципаль районы мәғариф идаралығы конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла сикһеҙ рәхмәттәрен белдерә. Ә еңеүсе командаға ижади еңеүҙәр теләп ҡала. Зональ этапта районыбыҙҙың исемен лайыҡлы аҡларҙар тип ышанабыҙ. Уңыштар һеҙгә!

 

 

Просмотров: 345 | Добавил: ISHUNO | Рейтинг: 0.0/0