Муниципальное казенное учреждение
Управление образования
муниципального района Ишимбайский район
Республики Башкортостан

Новости

БАЛАЛАР САБАНТУЙЫ

24 май, Кинйәбулат ауылында «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһында һабантуй байрамы уҙғарылды. Һабантуй байрамы Башҡортостандың 100 йыллығына арналды. Һабантуйҙа өс команда ярышты: Байғужанан «Осҡон», Этҡолдан «Дуҫлыҡ» һәм Кинйәбулаттан «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы командалары ҡатнашты.

Тамашасылар булып ата-әсәләр һәм бәләкәй балалар төркөмө саҡырылды.Матур итеп биҙәлгән залда милли кейемдәрҙә алып барыусылар ҡаршы алдылар. Килгән ҡунаҡтарға баллы бауырһаҡ һәм ҡымыҙ тәҡдим ителде.Тантаналы рәүештә Башҡортостан флагы күтәрелде, гимн янғыраны һәм Һабантуй асыҡ, тип иғлан ителде.

Һабантуй программаһында милли уйындар: көршәк ватыу , һыулы күнәктәр менән йүгереү, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, тоҡ кейеп йүгереү, ат сабышы һәм арҡан тартыу. Ярыш күңелле һәм ҡыҙыу барҙы. Ярыш тамамлағас балалар үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәттеләр. Егеттәр “Һыбайлылар” бейеүен бейеһә, ҡыҙҙар “Биҙәктәр” бейеүен бейенеләр.Шулай уҡ Башҡортостандың 100 йыллығына арнап шиғырҙар, йырҙар йырланды. Шулай итеп, һәр килгән команда матур итеп сығыш яһанылар. Һабантуй аҙағында жюри ағзалары йомғаҡ яһаны.1 урынды “Осҡон “ командаһы, 2 урын “Дуҫлыҡ “ командаһы, 3 урын “Ҡояшҡай” яуланы. Балалар иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде,грамоталар тапшырылды. Килгән ҡунаҡтар милли аштар менән һыйланды.Сара бөтәһенәлә оҡшаны.

           

Просмотров: 632 | Добавил: sehavt | Дата: 29.05.2019